Халыҡ-ара граждандар оборонаһы көнө.
Март 2, 2026
Просмотров: 11
Халыҡ-ара граждандар оборонаһы көнө
2026 йылдың 2 мартында "Бал ҡорто" төркөмөндә Халыҡ-ара граждандар оборонаһы көнөн билдәләүгә, шулай уҡ хәүефһеҙлек мәҙәниәте мәсьәләләренә арналған төрлө саралар үтте.
Балалар граждандар оборонаһының нимә икәнен, иҫкәртеү сигналдары буйынса халыҡтың нисек эш итеүен, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, һыу объекттарында хәүефһеҙлек һәм беренсе ярҙам күрһәтеү сараларын белделәр. Быларҙан тыш, ғәҙәттән тыш хеҙмәттәрҙең телефондарын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙөләр.
Янғын хәүефһеҙлеге йәмғиәттә һәр ваҡытта ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Һуңғы ваҡытта янғын сығыу осраҡтары бигерәк тә артты. Шуға күрә балалар дәрес мәлендә янғын сығыу сәбәптәренә, уның ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүенә, уны һүндереү сараларына ла туҡталып үтте: «Шырпыға тотонма – шырпыла ут бар» тигән һөйләшеү үткәрелде, бының аҙағы насар тамамланасағы тураһында иҫкәртмә алдылар. Шулай уҡ, янғын һүндереүсе һөнәре, янғын һүндереү саралары тураһында ла иҫкә төшөрөп үттеләр. Балалар ут менән эш итеү ҡағиҙәләрен өйрәнде, янғынды күргән осраҡта нимә эшләргә, бындай ваҡытта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген һөйләнеләр, янғынға ҡаршы темаға йомаҡтар систеләр, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында шиғырҙар тыңланылар, төрлө уйындар уйнанылар.