1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Март 12, 2026 Просмотров: 5
Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!
Беҙҙең “Тирмәкәй”ҙә тәрбиәләнеүсе балалар ҡышҡы йылы көндәрҙә саңғыла йөрөргә лә яраталар. Улар майҙансыҡта һалынған махсус саңғы юлынан, шулай уҡ балалар баҡсаһын уратып та йөрөйҙәр.
Саңғыла йөрөү - ҡышҡы спорт төрөнөң мауыҡтырғыс, файҙалы бер төрҙәренең береһе. Саңғы шыуыу - организмды сыныҡтыра, һаулыҡты нығыта. Балалар саңғыла йөрөүҙең файҙаһы тураһында яҡшы беләләр, сөнки был турала әңгәмәләр ҙә йыш үткәрелеп тора. «Саңғы шыуыусының кәүҙәһе һәр саҡ һомғол, аяҡ-ҡулдары көслө була. Тын юлдары өсөн дә саңғыла йөрөү файҙалы», – ти улар. Бына шулай итеп беҙ ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы спорт менән дуҫ булырға, ҡышҡыһын рәхәтләнеп саңғыла йөрөп ҡалырға өйрәтәбеҙ!