1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Бөйөк Еңеү көнө менән!

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Май 7, 2026 Просмотров: 18
Беҙҙең "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында Еңеү көнөнә арналған тантаналы байрам үтте. Был сара балаларҙа илһөйәрлек, үҙ иленең тарихына хөрмәт, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡтарҙың ҡаһарманлығына ғорурлыҡ тойғоһон үҫтереү һәм ветерандарға рәхмәт белдереү маҡсатында ойошторолдо.
Байрамды алып барыусы тәрбиәселәр балаларға Еңеү көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихын, был ваҡиғаның илебеҙ өсөн әһәмиәте тураһында һөйләнеләр.
«Еләккәй »төркөм балалары матур-матур шиғырҙар һөйләне, «Бал ҡорто» төркөмө балалары “Зәңгәр яулыҡ” бейеүен башҡарҙы. Шулай уҡ ветерандарға, һуғыш яланында ятып ҡалған батырҙарға арналған йырҙар башҡарҙылар. Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын! Байрам менән!