1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Һау бул, баҡсам!

Һау бул, баҡсам!

Май 28, 2026 Просмотров: 7
Бөгөн беҙҙең баҡсабыҙҙа ихлас ҡотлауҙар, рәхмәт һүҙҙәренә һәм айырылышыу һағышы ҡатнаш шатлыҡ йәштәренә сорналған сағыу, матур, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоу сара үтте. Беҙ үҙебеҙҙең һәләтле, теремек, аҡыллы, тырыш тәрбиәләнеүселәребеҙ һәм уларҙың берҙәм, дәртле, талантлы ата-әсәләре менән хушлаштыҡ. Беҙҙең ҡәҙерле сығарылыш тәрбиәләнеүселәребеҙ - "Бал ҡорто" ҡыҙҙары һәм малайҙары мәктәптә лә һынатмаҫтар, яҡшы уҡырҙар, киләсәктә Тыуған илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр, алдынғы белгестәр булыр, тип ышанабыҙ.
Бөгөнгө сығарылыш иртәлеге ысын мәғәнәһендә таланттар балҡышына әйләнде: балалар йырланы, шиғырҙар һөйләне, бейене, шаяртты. Баҡсабыҙҙың мөдире Бүләкбаева Таңсулпан Нуритдин ҡыҙы балаларҙы ҡотлап, матур һүҙҙәрен, изге теләктәрен, кәңәштәрен еткерҙе, ата-әсәләргә рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Беҙ ҡәҙерле балаларға киләсәк тормоштарында аҡ бәхеттәр, белем үрҙәренә артылғанда юғары уңыштар теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә, кескәйҙәр!
Өлкән тәрбиәсе: Рамазанова Э.М.