1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "МУЗЕЙ – ХӘТЕР ХАЗИНАҺЫ, ТӘРБИӘ САРАҺЫ"

"МУЗЕЙ – ХӘТЕР ХАЗИНАҺЫ, ТӘРБИӘ САРАҺЫ"

Октябрь 24, 2019 Просмотров: 80

 "Музей – хәтер хазинаһы, тәрбиә сараһы"

Белорет  “Тирмәкәй”  башҡорт балалар баҡсаһында музей педагогикаһына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Тәрбиәселәр төркөмдәрҙә булдырылған төрлө йүнәлештәге мини музейҙар  аша балаларға халҡыбыҙҙың үткән тарихын, фольклорын, милли мәҙәниәтен, ғөрөф - ғәҙәттәрен өйрәтеү өсөн күп көс һала. Ошо темаға ярашлы төрлө эҙләнеү эштәре алып баралар, проекттар әҙерләйҙәр, асыҡ дәрестәр күрһәтәләр. 23 октябрь көнө “Аҡлансыҡ” төркөмө тәрбиәсеһе Ғәйфуллина Зәлиә Марат ҡыҙы педагогик коллектив өсөн  “Музейға сәйәхәт” исемле асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрестең төп маҡсаты булып балаларҙы халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу торҙо. Тәрбиәләнеүселәр башҡорттарҙың боронғо торлағы – тирмәлә лә булып сыҡтылар,  орсоҡ ярҙамында нисек йөн иләргә икәнлекте лә күрҙеләр, халҡыбыҙҙың онотолоп барған милли уйыны “Орсоҡ”то ла уйнап алдылар, өләсәй һандығында һаҡланған милли кейемдәр, төрлө биҙәүестәр менән таныштылар, хатта милли ризығыбыҙ ҡоротто үҙ ҡулдары менән әүәләп, тәмләп ҡаранылар. Ғөмүмән, “Аҡлансыҡ”ҡа йөрөгән мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә был дәрес-сәйәхәт ысын мәғәнәһендә ҙур байрам булды. Улар халҡыбыҙҙың үткәне тураһында бай мәғлүмәт кенә алып ҡалманылар, ә бәйләнешле телмәр үҫтереү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү өҫтөндә лә эшләнеләр, йырлап-бейеп алырға ла өлгөрҙөләр. Педагогик коллектив тарафынан  Зәлиә Ғәйфуллина күрһәткән асыҡ дәрескә ентекле анализ яһалды, төрлө кәңәштәр еткерелде. Уның балаларға тәрбиә һәм белем биреүҙә музей педагогикаһын киң һәм оҫта файҙалана белеүе юғары баһаланды. Шулай уҡ, теманың актуаллеге һыҙыҡ өҫтөнә алынып, артабан  был эште балалар баҡсаһында тағы ла нығыраҡ йәнләндерергә, экспозиялар тематикаһын киңәйтергә тигән яңы бурыстар ҡуйылды.

                                                                                               Тәрбиәсе Сәлихова З.М.