Башҡорт тарихы йылына арналған саралар уҙҙы
Беҙҙең балалар баҡсаһы ҡаланың Б.Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Китапханасылар менән берлектә төрлө әҙәби кисәләр, шиғри сәғәттәр, балалар өсөн яңы сыҡҡан китап презентациялары, шағир һәм яҙыусылар менән осрашыуҙар йыш үткәрелеп тора.
Ошо көндәрҙә китапхана хеҙмәткәре Ә.З. Зәбирова “Йәйғор” төркөмө балалары өсөн батырлыҡ сәғәте үткәрҙе. Был сара Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә уҙғарылды һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батыр яугирҙар иҫтәлегенә арналды. Китапханасы апайҙары әҙерлек төркөмө балаларына дәхшәтле Бөйөк Ватан һуғышы, Советтар Союзы геройҙары, уларҙың батырлыҡтары, шул иҫәптән Белорет районы һәм ҡалаһынан сыҡҡан яугирҙар хаҡында һөйләп ишеттерҙе. Батырлыҡ сәғәте яуҙа һәләк булған батырҙарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алыу менән тамамланды.
Башҡортостандың Дәүләт флагы көнөнә арналған икенсе сара, “Мәңгелек һәм Тыныслыҡ символы” тип аталған тарих сәғәте, 25 февраль көнө “Бал ҡорто” төркөмөндә уҙғарылды. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың матур тәбиғәте, бай тарихы тураһында йәнле әңгәмәнән башланып киткән сара барышында балалар китапханасы апайҙары аша үҙҙәренә бик күп мәғлүмәт алдылар. Мәҫәлән, республика башлығы Р. Хабиров тураһында, уның ниндәй эштәр башҡарыуы, шулай уҡ республика гимны, флагы һәм гербы һ.б. Шулай уҡ темаға ярашлы презентация күрһәтелде, шиғырҙар менән таныштылар. Тарих сәғәте аҙағында балалар әләмде төҫлө ҡағыҙҙарҙан үҙ ҡулдары менән эшләп ҡаранылар.
Тәрбиәсе Сәлихова З.М.